

15 октябргә тиклем юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһындағы белемеңде һынап ҡарарға мөмкинлек бар әле.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн “Велосипедсылар” мәсьәләһе – иң ауыры. Әлегә уны 18 процент уҡыусылар ғына уңышлы сисә алған. Ә яҡтылыҡты ҡайтарыу һәм ихатала уйнау ҡағиҙәләрен 67 процент ҡатнашыусылар яҡшы белгән. Был хаҡта “Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы хәбәр итә.
“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында үткәрелә.
Олимпиадала 1 – 9 класс уҡыусылары ҡатнаша. 15 октябргә тиклем юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһындағы белемеңде һынап ҡарарға мөмкинлек бар әле.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/585482#scroll.