

Өфөнөң Орджоникидзе районында, “Рубикон” әүҙем ял паркы янында пластик өсөн арт-объект ҡуйылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Арт-объект “Россельхозбанк”тың “Экология” фонды башланғысы менән ҡуйылды, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сүкеп яһалған балыҡ Ағиҙел йылғаһы яры буйлап йәйәүлеләр маршрутының бер өлөшө булған “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда урынлашҡан. Был осраҡлы түгел, халыҡтың яратҡан урыны ул. Һуҡмаҡ буйлап ағас эскәмйәләр, скульптуралар ҡуйылған. Арт-объект йылға буйын, паркты таҙа тотоуға булышлыҡ итер, тип көтөлә.
Ойоштороусылар, арт-объект халыҡ иғтибарын яулар, ә иң мөһиме – тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырырға, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡларға һәм “Экология” милли проекты күрһәткестәрен арттырырға ярҙам итер, тигән ҡарашта.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/584729#scroll.