

Әле күргәҙмә залдары, хеҙмәткәрҙәрҙең кабинеттары ремонтланған, инженер селтәрҙәре алмаштырылған, кәрәкле йыһаз һатып алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Декабрҙә Дүртөйлө районында капиталь ремонттан һуң тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Музей бинаһында капиталь йүнәтеү эштәре ярты йыл элек “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башланған. Ремонт эше 28,5 миллион һумға төшкән.
Әле күргәҙмә залдары, хеҙмәткәрҙәрҙең кабинеттары ремонтланған, инженер селтәрҙәре алмаштырылған, кәрәкле йыһаз һатып алынған. Проектлаусылар әйтеүенсә, музей заманға ярашлы, концептуаль булыр, төрлө сараларҙы үткәреү үҙәгенә әйләнер.
– Бындай объекттар яңыртылғанда ҡала үҙе лә йәшәрә. Был республика өсөн бик мөһим үҙәк, мәҙәниәтте, тарихты, уникаль тәбиғәт тураһында белемде һәм дөйөм алғанда рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлау – Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән төп бурыстарҙың береһе, – ти Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/584814#scroll.