+30 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Октябрь 2023, 05:06

Урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла

“Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып барылаУрманды тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла
Урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла

“Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Нуриман районы Исай урман хужалығында экологик сараға район хакимиәте, “Кроношпан” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, ирекмәндәр сыҡты. Абдулов исемендәге мәктәп урман хужалығында шөғөлләнгән уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы, тип хәбәр итә  БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. 2,5 гектар ерҙә ун мең йүкә һәм ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

Бөтә Рәсәй акцияһына Белорет урман хужалығы ла ҡушыла. Ағас ултыртыуҙа Абҙаҡ ауылы халҡы, Фазылов М.М. крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре, “Башнефть-розница” нефтебазаһы коллективы ҡатнаша. 4,3 гектар майҙанда 17 мең ҡарағай ултыртыла.

“Ҙур предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхитебеҙ тураһында хәстәрләүе бик ҡыуандыра”, – ти Белорет урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/582559#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас