

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә спорт залына капиталь ремонт яһалды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йүнәтеү эштәренә 1 миллион 167 мең һум аҡса бүленгән.
Спортзалдың түшәме, стеналары йүнәтелгән, тәҙрәләре, йылылыҡ системаһы алмаштырылған, электромонтаж эштәре башҡарылған. Яңыртылған матди-техник база балаларҙың физик культура һәм спорт менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыр, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/573619#scroll.