

Башҡортостан 2019 – 2023 йылдарға авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса адреслы программаны ваҡытынан алда тамамлай.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге программаны тулыһынса тамамлау өсөн бары бер йортҡа ғына кешеләрҙең күсеүе ҡалған. Яңауыл ҡалаһының 52-се квартал урамында авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү өсөн тәғәйенләнгән 36 фатир муниципаль милеккә ҡабул ителгән.
– Тиҙҙән 70 кеше яңы фатир асҡысы ала. Улар дөйөм алғанда 1,4 мең квадрат метр майҙанда йәшәгән. Быйыл 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем иҫәпләнгән проектты ваҡытынан алдан тамамлайбыҙ һәм яңы программаны тормошҡа ашырыуға тотонабыҙ, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.
Авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/578533#scroll.