

Акцияла билдәле Рәсәй спортсылары, олимпия чемпиондары ла ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Халыҡ-ара йәйәү йөрөү көнө 150 илдә үткәрелә һәм физик әүҙемлекте пропагандалай. Рәсәй был проектҡа 2015 йылда ҡушыла.
Акцияла билдәле Рәсәй спортсылары, олимпия чемпиондары ла ҡатнаша. Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняковтың да килеүе көтөлә, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡатнашыусылар 2023 метр ер үтә.
Спорт байрамы программаһында фитнес-инструктор һәм олимпия чемпиондары менән күнегеүҙәр эшләү, ижади һәм спорт-ял итеү программалары, авиа-шоу, төрлө спорт төрө буйынса күрһәтмә сығыштар ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү сәғәт 10.00 башлана. Сараны тантаналы асыу ваҡыты – 11.30. Финишҡа еткән һәр кемгә иҫтәлекле шоколад миҙал һәм диплом тапшырыла.
– Системалы рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр йыл һайын арта бара, әле республикала уларҙың һаны 2,04 миллион кеше тәшкил итә. Был 3 – 79 йәшлек кешеләрҙең 56,25 проценты спорт һәм физкультура менән шөғөлләнә, тигән һүҙ. Йәйәү йөрөү – физик әүҙемлектең һәр кем башҡара алған төрө. Был сара сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм кешеләрҙе физик культура һәм спортҡа ылыҡтырыу маҡсаты менән үткәрелә. Спорт республикабыҙҙағы һәр кем өсөн йәшәү нормаһы булырға тейеш”, – ти Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/581937#scroll.