

Ҡыйғы районының Ҡурғаш ауылынан Вилина Ғәйнуллина һөтсөлөк фермаһы аса.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йүнсел ҡатын, “Агростартап” грант программаһында ҡатнашып, 2,5 миллион һум дәүләт ярҙамы ала. Грант аҡсаһына ул тормош иптәше менән бергә 25 баш мал ала, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Тоҡомло мал алыуҙың ҙур аҡса талап итеүе һәр эшҡыуарға мәғлүм. Грант программаһы беҙгә бик ныҡ ярҙам итте. Беҙ ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы алдыҡ, сөнки тап ошо тоҡом һөт етештереү өсөн тап килә, – ти Вилина.
Ғәйнуллиндар фермаларында мал аҫрау өсөн бөтә шарттар булдырған. 100 баш эре мөгөҙлө мал һыйырлыҡ биналары бар, аҙыҡ әҙерләү өсөн матди-техник база булдырылған. Эшҡыуарҙар артабан да мал һанын, һөт етештереү күләмен арттырырға ниәтләй.
“Агростартап” грант программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/575048#scroll.