

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быға тиклем ФАП ҡырҡ йылдан ашыу элек төҙөлгән бинала урынлашҡан. Унда һыу ҙа, канализация ла булмай. Яңы ФАП-ты элеккеһе янына төҙөйҙәр. Уның асылыуын ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көттө, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңы фельдшер-акушер пунктында фельдшер кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүлмә, прививкалар, процедуралар кабинеттары, сисенеү бүлмәләре һ.б. бар. Һыуыҡ һәм йылы һыу үткәрелгән, канализация ла эшләнгән.
Ауыл халҡын тәжрибәле фельдшер Баныу Мөхәмәтова ҡабул итә, уның 40 йыл эш стажы бар.
“Бөгөн ауылда 230 кеше йәшәй. ФАП-тар асылыу районыбыҙ өсөн ҡыуаныслы хәл”, – ти район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/566774#scroll.