+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Сентябрь 2023, 11:13

Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан

“Грант программаһы үҙ цехымды асырға ғына түгел, өйгә ҡайтып, тыуған республикамда эшләргә мөмкинлек бирҙе”, – ти эшҡыуар Фәнис Вәлиев. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡанТуймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан
Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан

“Грант программаһы үҙ цехымды асырға ғына түгел, өйгә ҡайтып, тыуған республикамда эшләргә мөмкинлек бирҙе”, – ти эшҡыуар Фәнис Вәлиев.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Фәнис Вәлиев Һамар өлкәһендә көнбағыш майы һығыу цехында булғанда ошо етештереү эше менән шөғөлләнергә теләге тыуа. Етештереү технологияһын өйрәнә һәм, был бизнес аҡса килтерер, тигән һығымтаға килә. Тик эш башлар өсөн байтаҡ ҡына аҡса кәрәк була. Ауыл хужалығы эшҡыуарҙарына дәүләт ярҙамы барлығын белеп ҡалғас та, ул 2021 йылда “Агростартап” грант программаһына ғариза тапшыра. Конкурсты еңеп сыға һәм өс миллион һум аҡса ала. Был дәүләт ярҙамына ул кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Быйыл ул көнбағыш майы һығыу цехы аса, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Предприятиебыҙҙың ҡеүәте тәүлегенә биш тоннаға тиклем көнбағыш майы етештерергә мөмкинлек бирә. Әле ун тонна көнбағышты эшкәртеп, өс тонна май етештерәбеҙ. Ҡуртымға алынған ерҙәрҙә етерлек көнбағыш үҫтерәбеҙ. Бөгөн “Нур” тип аталған предприятиебыҙ юғары сифатлы рафинирланмаған көнбағыш майы сығара. “Агростартап” грант программаһы үҙ цехымды асырға ғына түгел, өйгә ҡайтып, тыуған республикамда эшләргә мөмкинлек бирҙе, – ти эшҡыуар.

Фермерҙың аҙыҡ-түлек өлкәһендә эшләү тәжрибәһе бар, ул Мәскәү компанияһында техник директор булып эшләгән.

– Баштан уҡ иң сифатлы орлоҡтарҙы ғына ҡулланырға уйланыҡ. Тап ошо маҡсатта 2020 йылдан үҙебеҙ көнбағыш сәсәбеҙ, былай иткәндә етештереүҙең һәр этабын контролдә тота алабыҙ. Көнбағыш орлоғонда булған бар файҙалы матдәләрҙе, витаминдарҙы һаҡларға тырышабыҙ, – тип бүлешә фермер.

Грант шарттары буйынса ике эш урыны булдырыу кәрәк була, әле цехта биш кеше эшләй. Проектҡа ярашлы айына 100 тонна май етештереү маҡсатына юл тоталар. Предприятие малсылыҡта эшләгәндәргә көнбағыш төпрәһе лә тәҡдим итә.

“Агростартап” гранты “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бүленә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/567632#scroll.

Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан
Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан
Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан
Туймазы районы йүнселе “Агростартап” гранты аҡсаһына көнбағыш майы һығыу цехы асҡан
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас