+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Сентябрь 2023, 07:03

Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән

Һәр эскәмйәнең ауырлығы йөҙ килограмм тәшкил итә. Ул эшкәртелгән пластик ҡапҡастарҙан, бахилаларҙан, полиэтилендан һәм ҡомдан эшләнгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткәнМинистр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән
Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән

Һәр эскәмйәнең ауырлығы йөҙ килограмм тәшкил итә. Ул эшкәртелгән пластик ҡапҡастарҙан, бахилаларҙан, полиэтилендан һәм ҡомдан эшләнгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Сити-молл” сауҙа үҙәге ҡаршыһындағы  аллеяла “Атайсал” проекты сиктәрендә эшкәртелгән пластиктан эшләнгән ун яңы эскәмйә ҡуйылған. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов кесе Ватанын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн шулай индергән.

Экомебель ныҡлы, зарарһыҙ, оҙаҡҡа етә, ул махсус ландшафт интерьеры өсөн булдырылған, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Һәр эскәмйәнең ауырлығы йөҙ килограмм тәшкил итә. Ул эшкәртелгән пластик ҡапҡастарҙан, бахилаларҙан, полиэтилендан һәм ҡомдан эшләнгән.

Был сараның маҡсаты – республика халҡы иғтибарын сүп-сарҙы айырым йыйыу, пластикты икенсел сеймал сифатында ҡулланыу мәсьәләләренә йүнәлтеү. Был саралар “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

– Был минең тыуған ҡалам Стәрлетамаҡты төҙөкләндереүгә индергән өлөшөм. Һәр кемебеҙ тамырҙарын белә, иҫләй һәм ата-бабалары еренә һаҡсыл ҡарашта икәненә ышанам. Сүп-сарҙы айырым йыйып, уны ҡайтанан эшкәртеү кәрәклеген билдәләп үтәм, был беҙгә тулы цикл иҡтисадына күсергә мөмкинлек бирер, – ти Нияз Фазылов.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/575250#scroll.

Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән
Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән
Министр тыуған ҡалаһына экологик йыһаз бүләк иткән
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас