+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Сентябрь 2023, 05:04

Балаҡатай районында үҙәк модель китапхана асылды

Китап фонды 1500 данаға тулыландырыла, балалар әҙәбиәте фонды алты тапҡырға арта. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балаҡатай районында үҙәк модель китапхана асылдыБалаҡатай районында үҙәк модель китапхана асылды
Балаҡатай районында үҙәк модель китапхана асылды

Китап фонды 1500 данаға тулыландырыла, балалар әҙәбиәте фонды алты тапҡырға арта.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылды.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, китап фонды 1500 данаға тулыландырыла, балалар әҙәбиәте фонды алты тапҡырға арта. Рус һәм сит ил классикаһы әҫәрҙәре лә, хәҙерге авторҙар әҙәбиәте лә алына, башҡорт әҙәбиәте фонды ла тулыландырыла. Заманса фәнни-популяр энциклопедиялар, иң бәләкәстәр өсөн китап-уйынсыҡтар, музыкаль китаптар алына. “Башҡортостандың рус мәҙәниәте” һанлы ресурсы булдырыла.

Модель китапхананың мөмкинлектәре ҙур. Интернет тиҙлеге етеҙ, Милли электрон китапхана, Ельцин исемендәге президент китапханаһы, КонсультантПлюс хоҡуҡи мәғлүмәттәр базаһы ресурстарын ҡарарға мөмкинлек бар.

Китапхана функциональ зоналарға бүленгән, уларҙа эшләү, уҡыу, аралашыу һәм ял итеү уңайлы булыр. Конференциялар, презентациялар, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби саралар үткәреү, кино ҡарау өсөн майҙансыҡтар бар.

Киләсәктә модель китапханала ижади клубтар, түңәрәктәр, студиялар асыу ҡарала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/574918#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас