

Был ярҙам төрө “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡырмыҫҡалынан Альмира Дүсәлинова адреслы социаль ярҙам алыу программаһы сиктәрендә социаль килешеү нигеҙендә 350 мең һум финанс ярҙамы ала. Был аҡсаға ул матурлыҡ салоны аса. Был ярҙам төрө “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Йүнсел ҡуртымға бина ала, уны йүнәтә, кәрәкле эш ҡоралдары, ҡорамалдар һатып ала. Олокүл ауылының “Ағиҙел” сауҙа үҙәгендә “Әхирәттәр” салонын аса, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Альмира бала саҡта уҡ ҡурсаҡтарына прическа эшләргә ярата. Мәктәптән һуң Өфөнөң 38-се һөнәри колледжына уҡырға инә. Тәүҙә туғандарының, яҡындарының сәсен киҫә.
Парикмахер – ижадсы, кеше күңелен асыусы, тип һанай эшҡыуар, ике бала әсәһе Альмира.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/566076#scroll .