

“Ауылыбыҙ уртаһында шундай матур парк барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Уны йәшелләндереүҙә ҡатнашыуыбыҙ икеләтә ҡыуаныс”.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Асҡын ауылындағы яңы ғаилә ял паркында миләштәр, туялар, муйылдар, алмағастар һәм гортензиялар ултыртылды, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Ауылыбыҙ уртаһында шундай матур парк барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Уны йәшелләндереүҙә ҡатнашыуыбыҙ икеләтә ҡыуаныс, – тип бүлешә ҡатнашыусылар.
– Паркта ғаилә аллеяһы булдырабыҙ. Бөтә предприятиелар һәм ойошмалар үҙенә беркетелгән биләмәләрҙә ағас ултырта. Йыл һайын экологик акцияла ҡатнашыусылар һаны артыуы ла ҡыуандыра, – ти район хакимиәте башлығы Динис Йосопов.
“Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/574035#scroll.