

Өфөнөң Киров районында 240 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөнөң Киров районындағы Онега урамында балалар баҡсаһында төҙөлөш эштәренең әҙерлеге 50 процент тәшкил итә. Ул “Демография” милли проекты буйынса һалына.
Генераль подрядсы бинаның өс ҡатын да һалып бөткән, тәҙрәләр ҡуйылған, фасады, эске эштәре ҡалған, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Балалар баҡсаһы 240 балаға иҫәпләнгән. Төҙөлөш февраль айында башланды. Объект буйынса эштәрҙе 2023 йылдың аҙағында тамамларға ниәтләйбеҙ, – ти Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.
Бында бәләкәстәр өсөн бар уңайлыҡтар булдырыла, һәр нәмә ентекләп уйланылған. Төркөмдәрҙән тыш, беренсе ҡатта аҙыҡ-түлек блогы, медпункт, икенсе ҡатта физкультура һәм музыка залдары, йыуыу, үтекләү бүлмәләре, өсөнсө ҡатта һүрәт төшөрөү студияһы, коррекция-үҫтереү дәрестәре, туған тел, йәш эколог, логопед кабинеттары, ҡышҡы баҡса, административ бүлмәләр урынлашҡан. Бинала пассажир лифты ла бар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/572557#scroll.