

Һигеҙ ай эсендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа төрлө программалар буйынса 14 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
– Льготалы кредитлау программалары “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Операторы булып Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы тора. Бындай ярҙам ысулын төбәк эшҡыуарҙары ҙур һорау менән файҙалана, сөнки кредит түбән процент ставкаһы менән бирелә, – ти Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Миҫал өсөн: РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм “ПСК” льготалы кредитлау программаһы барыһы 2,3 миллиард һумлыҡ кредитҡа 28 килешеү төҙөлгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/571296#scroll.