+23 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Сентябрь 2023, 06:13

“Үҙ эшеңде башла”

Программа йәш йүнселгә хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Үҙ эшеңде башла”“Үҙ эшеңде башла”
“Үҙ эшеңде башла”

Программа йәш йүнселгә хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Благовещен районында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла.

Екатерина Луговая үҙенсәлекле кейем тегеү оҫтаханаһы асырға хыяллана. Тик алда һорау тора: “Нисек башлап ебәрергә?” Район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәс, уға төрлө ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәт һәм кәңәштәр бирәләр. Благовещен арматура заводы булышлығында тормошҡа ашырылған “Үҙ эшеңде башла” программаһына ғариза яҙып, Екатерина 200 мең һумлыҡ финанс ярҙам ала, тип хәбәр итә Благовещен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Был аҡсаға йүнсел ҡыҙ тегеү ҡорамалдары һәм манекендар ала. Екатеринаға коворкингта бина ла бирәләр. Хәҙер ижади күңелле  йәш эшҡыуарға үҙенсәлекле кейемдәрен күрһәтергә урын да бар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/571534#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас