

Мәсетле районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса дауахана корпусы реконструкцияһы һәм Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһының хужалыҡ корпусы төҙөлөшө дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бөтә объекттарҙа ла төп төҙөлөш эштәре тамамланған. Электр, һыу, йылылыҡ, канализация, елләтеү системалары үткәрелгән. Бинаның тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндереү һәм эске яғын биҙәү эштәре ҡалған, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бөтә нормалар һәм ҡағиҙәләр буйынса реконструкция үткәргәндән һуң бинала рентген, компьютер томографияһы, УЗИ, ФГДС, функциональ диагностика, физиотерапия, массаж кабинеттары асыу ҡарала. Икенсе ҡатында – 13 койкаға иҫәпләнгән балалар бүлеге, өсөнсөһөндә 21 койкалыҡ терапия бүлеге урынлаша.
Яңыртылған һәм заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған корпустарҙы йыл аҙағына тиклем асыу ниәтләнә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/569613#scroll.