

Был күрһәткес үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда һигеҙ процентҡа күберәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, һигеҙ айҙа 2 миллион 83 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был күрһәткес үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда һигеҙ процентҡа күберәк. Августа төҙөлгән торлаҡ күләме 322 мең квадрат метр тәшкил итә, был үткән йылдағыға ҡарағанда 24 процентҡа артығыраҡ, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Төҙөлөш өлкәһе – граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм дөйөм алғанда иҡтисад үҫешеүе драйверҙарының береһе ул. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурысы – республика халҡына уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу, федераль һәм торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу аша хәл ителә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/569629#scroll.