+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Сентябрь 2023, 04:47

Замана һөнәре

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында “21-се быуат һөнәре” тип аталған саранан балалар күп файҙалы мәғлүмәт алып таралышты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Замана һөнәреЗамана һөнәре
Замана һөнәре

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында “21-се быуат һөнәре” тип аталған саранан балалар күп файҙалы мәғлүмәт алып таралышты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әңгәмә 21 быуатта иң заманса һаналған һөнәргә – программалауға арнала.

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды.

Ҡатнашыусыларҙы программалауҙың тарихы, был һөнәрҙең көнүҙәклеге менән таныштыралар. Балаларға компьютер теле,  Python программаһы, йөҙҙө, образды таныу функциялары тураһында һөйләйҙәр.

Ҡыҙыҡлы, файҙалы һөйләшеү балаларҙың компьютер технологиялары, программалау хаҡында белемен арттырҙы, тип хәбәр итә итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Компьютерҙар, төрлө программалар менән һәр саҡ ҡыҙыҡһындым, киләсәктә программист булырға теләйем. Бөгөнгө әңгәмә бик оҡшаны, күп файҙалы мәғлүмәт алдым”, – ти 2-се мәктәптең 9-сы синыф уҡыусыһы Алина Әминева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/567285#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас