+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Сентябрь 2023, 06:22

Ҡояшлы бала саҡ

Парк Иглин районында асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡояшлы бала саҡҠояшлы бала саҡ
Ҡояшлы бала саҡ

Парк Иглин районында асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Ҡояшлы” паркы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса ике йыл төҙөлә.

Яңы Иглин биҫтәһендә башлыса йәштәр, күп балалы ғаиләләр йәшәй, шуға ла парк башлыса кескәйҙәр өсөн эшләнгән. Проект төрлө йәштәге балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Парк уртаһында – түңәрәк майҙан, унан төрлө яҡтарға ҡояш нурҙарын хәтерләтеп йәйәүлеләр юлдары китә. Архитектура ҡоролмалары, сәскәләр, ҡыуаҡтар менән биҙәлгән, эскәмйәләр, беседкалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылған. Ҙур шыршы ла ултыртылған – уны Яңы йылда биҙәргә иҫәп тоталар.

– Беҙҙең районда 18 мең бала иҫәпләнә, уларҙың ун меңе район үҙәгендә йәшәй. “Ҡояшлы” паркы бик кәрәк, ул йәшен дә, ҡартын да саҡырып торор. Тиҙҙән бында аттракциондар, кафе барлыҡҡа килер, байрамдар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолор, ә Яңы йылда балалар тау шыуыр”, – ти район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/568907#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас