

Унда 1 – 9 класс уҡыусылары ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Онлайн-олимпиада 19 сентябрҙән алып 15 октябргә тиклем бара. Ярыш дүртенсе йыл рәттән ойошторола, унда 10,5 миллион уҡыусы ҡатнашҡан.
Башҡортостанда үткән йылда олимпиадала 77 мең уҡыусы ҡатнашҡан. Иң әүҙеме – Өфө уҡыусылары (14 меңгә яҡын ҡатнашыусы). Райондар араһынан Ишембай, Бәләбәй, Өфө райондары әүҙем.
Олимпиада Учи.ру платформаһында үтә. Онлайн-платформала теркәлеп, шәхси кабинеттан олимпиада битенә үтергә кәрәк. Эштәр ике блокка бүленгән: 1 – 5 һәм 5 – 9 кластар өсөн.
Тулы мәғлүмәтте https://own.nationalpriority.ru/index.php/s/q3b0phX2QaCHiRL һылтанмаһы буйынса үтеп табырға була.
“Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында үткәрелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/570055#scroll.