

“Эшҡыуар әлифбаһы” программаһының төп өҫтөнлөгө шунда – ул бизнес-проекттарҙың башланған осоронда уҡ етешмәгән ерҙәрен күрергә, төҙәтергә мөмкинлек бирә”.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Минең бизнесым” үҙәгендә “Эшҡыуар әлифбаһы” программаһы буйынса уҡыуҙар тамамланды.
– “Эшҡыуар әлифбаһы” программаһының төп өҫтөнлөгө шунда – ул бизнес-проекттарҙың башланған осоронда уҡ етешмәгән ерҙәрен күрергә, төҙәтергә мөмкинлек бирә. Был юлы ҡатнашыусыларыбыҙ республиканың алыҫ райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙән дә килеүе программаның кәрәклеге тураһында һөйләй, – ти Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Сара БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Уҡыуҙар һәм бизнесҡа ярҙам саралары тураһында https://cmbrb.ru/ һылтанмаһы буйынса “Минең бизнесым” үҙәге сайтында һәм +7(347) 224-99-99 телефоны буйынса мәғлүмәт табырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/569193#scroll.