+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 10:15

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ниәтләгәндән тыш тағы ике урам йүнәтелә

План буйынса һигеҙ объектта ремонт яһалырға тейеш булһа, хәҙер ун урам норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың барыһының оҙонлоғо 8,2 саҡрым тәшкил итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ниәтләгәндән тыш тағы ике урам йүнәтелә
Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ниәтләгәндән тыш тағы ике урам йүнәтелә

План буйынса һигеҙ объектта ремонт яһалырға тейеш булһа, хәҙер ун урам норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың барыһының оҙонлоғо 8,2 саҡрым тәшкил итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Стәрлетамаҡта юлдарҙы йүнәтеүҙә аҡсаны экономиялау арҡаһында ремонт яһаясаҡ участкалар һанын арттыра алдыҡ. Бар эштәрҙе 2023 йылдың ноябрендә тамамлау ҡарала, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Әле Водолаженко, Көнбайыш, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник урамдары, шулай уҡ Хоҙайбирҙин, Көнбайыш, Коммунистик урамдары киҫелешендә ҡулса норматив хәлгә килтерелгән. Уларҙың оҙонлоғо дөйөм алғанда ете километр тәшкил иткән. Ноябргә тиклем тағы Ноғоманов, Коммунарҙар, Комсомол урамдарына ремонт яһала. Уларҙың оҙонлоғо – 1,2 саҡрым, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/566709#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: