+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 10:30

Иң ҙур ҡабаҡты кем үҫтергән?

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында “Ҡабаҡфест” традицион байрамға әүерелде. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иң ҙур ҡабаҡты кем үҫтергән?
Иң ҙур ҡабаҡты кем үҫтергән?

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында “Ҡабаҡфест” традицион байрамға әүерелде.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Фестивалдең башланғысында торған Айрат Искәндәров “Ҡабаҡфест”ың быйыл тағы ла ҡыҙығыраҡ үтеүен билдәләй. Ауылдың биш урамы һәр береһе үҙенсә әҙерләнгән, тәмле ризыҡтар бешереп, уларҙы үҙенсәлекле итеп биҙәгән, төрлө композициялар эшләгән, күргәҙмәләр ойошторған. Был халыҡтың хеҙмәт яратыуын да, татыулығын да күрһәтә.

Иң ауыр ҡабаҡ тип Әсләм Хөсәйенов үҫтергәне табыла, уның ауырлығы – 33 килограмм. Бындай ҙур ҡабаҡты үҫтереү ауыр ҙа түгел, бары тырышлыҡ һәм сабырлыҡ кәрәк, ти урындағы халыҡ.

Сара матур концерт менән тамамлана. Сараны ойоштороуҙа “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған автоклуб та ҡулланылды, тип билдәләй Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/569498#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: