+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2023, 16:15

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килегеҙ

Ауырғазы районы фермеры йылҡы малын арттырырға иҫәп тота. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килегеҙ
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килегеҙ

Ауырғазы районы фермеры йылҡы малын арттырырға иҫәп тота.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү буйынса проект ҡарала.

Төрөмбәт ауылында йәшәгән Вилнур Ғәлимов йылҡы малы тота, төрлө ат ярыштарында ҡатнаша. Ул артабан да аттарының һанын арттырырға теләй.

“Башта йылҡы малының һанын арттырырға, аттарҙы өйрәтергә теләйем. Һыбай йөрөргә өйрәтеү буйынса хеҙмәттәргә һорауҙар күп. Аттарҙы тотоу өсөн бина, көтөүлек һәм һыбай йөрөргә өйрәтеү өсөн ер кәрәк”, – ти йүнсел.

Аттар һанын арттырыу буйынса эшҡыуарға социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙамға, “Агростартап” проектына йәки муниципаль программа буйынса конкурстарҙың береһендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Хакимиәт документтар юлларға ярҙам күрһәтергә әҙер. Биналар буйынса ла варианттар ҡаралды, тип хәбәр итә Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йүнселгә шулай уҡ проектын киңәйтергә, туризм хеҙмәттәре күрһәтеү тураһында ла уйларға кәңәш ителә.

Үҙ эшен асырға йә киңәйтергә теләгән һәр кем “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына ғариза ҡалдырырға йәки https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса райондың бизнес-шерифына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/566023#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: