+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2023, 15:25

Күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк

Ҡариҙел районында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.  Автоклуб менән килгән артистар сығышын халыҡ яратып ҡабул итте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк
Күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк

Ҡариҙел районында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.  Автоклуб менән килгән артистар сығышын халыҡ яратып ҡабул итте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

  

Артистар сағыу, бай концерт программаһы алып килгән. Көҙ тураһында лирик музыкаль композициялар башҡаралар, тыуған яҡ, ғүмер хаҡында йырҙар йырлай, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Халыҡ һәм заманса бейеүҙәр ҙә башҡара.

Күп функциялы күсмә үҙәк – автоклуб “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса алына.

– Өс йыл буйына автоклуб бөтә районды урап сыҡты, күп социаль әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашты, программа менән Өфөгә, Пермь крайына сыҡты. Халыҡ байрам, ял итеү, патриотик программаларҙы, кинофильмдарҙы, күргәҙмәләрҙе яратып килә, – ти район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйенов.

Ҡариҙел районында 2020 йылдың май айында алынды.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases?federal_subject_id=4&kind=all&period=all.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: