+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2023, 11:12

Афарин, Әхмәровтар!

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Әхмәровтар ғаиләһе Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында еңгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Афарин, Әхмәровтар!
Афарин, Әхмәровтар!

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Әхмәровтар ғаиләһе Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында еңгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Илдең 86 субъектынан 384 претендент араһынан еңеүселәр биш номинация буйынса билдәләнә. Номинациялар шулай атала: “Күп балалы ғаилә”, “Йәш ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Алтын ғаилә”, “Ғаилә – ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы”.

Әхмәровтар “Ғаилә – ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы” номинацияһында еңеү яулай.

Башҡортостандан тағы ла башҡа номинацияларҙа Ниғмәтовтар (Күмертау ҡалаһы), Йәркинбаевтар (Хәйбулла районы), Сәйетовтар (Ҡыйғы районы), Хәбибуллиндар (Салауат ҡалаһы) ҡатнашты, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Рөстәм Рәсүл улы менән Анна Сергеевна 22 йыл бергә йәшәй. Әхмәровтар икеһе лә маҡсатлы, хеҙмәт ярата. Ғаилә башлығы полиция подполковнигы булып отставкаға сыҡҡан, хәҙер үҙен ижадҡа арнай. Хужабикә музыка мәктәбендә эстрада вокалына һәм фортепианоға өйрәтә. Дүрт балалары бар. Әхмәровтарҙың ғаилә ансамбле һәр район сараһында ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре октябрь уртаһында Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына бара.

Конкурс Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Балалары булған ғаиләләргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү “Демография” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/565041#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: