+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2023, 13:57

Телефон менән ҡуллана беләһеңме?

29 сентябрҙән алып 15 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй “Һанлы диктант” акцияһы үтә. Уға Башҡортостан да ҡушыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Телефон менән ҡуллана беләһеңме?
Телефон менән ҡуллана беләһеңме?

29 сентябрҙән алып 15 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй “Һанлы диктант” акцияһы үтә. Уға Башҡортостан да ҡушыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Диктант онлайн һәм офлайн форматта үтә. Тестар йәш айырмалығын иҫәптә тотоп төҙөлгән. 7 – 13 йәшлек балалар, 14 – 17 йәштәге үҫмерҙәр, 18 – 59 йәшлек ололар һәм 60 йәштән оло кешеләр өсөн айырым тестар әҙерләнә. Был хаҡта БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2021 йылдағы диктант һөҙөмтәләре 60 йәштән ололарҙың мобиль ҡорамалдар һәм электрон почта менән файҙаланыуҙа белеме аҙ булыуын, балаларҙың 63 проценты ҡайһы бер онлайн-сервистар менән ҡуллана белмәүен, балалар һәм үҫмерҙәрҙең мобиль ҡорамалдар ярҙамында сифатлы контент булдырыуҙа ҡатмарлыҡтар кисереүен, ололарҙың 80 проценты финанс операцияларын онлайн үткәреүҙә белеме түбән икәнен күрһәтә.

Һанлы грамотаны билдәләү өсөн онлайн тестарҙы, шулай уҡ башҡа мәғлүмәтте “Һанлы диктант” сайтында  https://digitaldictation.ru/ һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.

Федераль проект һанлы грамотаны тикшереү һәм халыҡты “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа халыҡты йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/565138#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: