+30 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Сентябрь 2023, 09:43

Шәм, сыр, тротуар плитәһе етештерергә теләйҙәр

Нефтекама ҡалаһында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс проект ҡаралды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Шәм, сыр, тротуар плитәһе етештерергә теләйҙәрШәм, сыр, тротуар плитәһе етештерергә теләйҙәр
Шәм, сыр, тротуар плитәһе етештерергә теләйҙәр

Нефтекама ҡалаһында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс проект ҡаралды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Тәүге ике проект социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль  ярҙам менән бойомға ашырыла.

Үҙмәшғүл Эльвира Рәшитова шәм һәм йорт өсөн хуш еҫле әйберҙәр етештереү буйынса проект тәҡдим итә. Аромадиффузорҙар, сашелар, интерьер спрейҙары, аромамайҙарға һорау ҙур. Эшҡыуар күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашырға, маркетплейстарға  сығырға, шулай уҡ тауарын сауҙа үҙәгендә һатырға ниәтләй.

Шәхси эшҡыуар Ольга Трофименко кәрәкле ҡорамалдар алып, сыр эшләй. Әле ике тоҡомло һыйыры бар, тағы ла алырға уйлай.

Айрат Мирғаязов ҡом блоктары һәм тротуар плитәләре етештереү буйынса проект әҙерләгән. Артабан үҙ предприятиеһын теркәп, “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә инергә планлаштыра.

Проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙар финанс ярҙам һорай. Ҡала хакимиәте уларҙы тормошҡа ашырыуҙа, мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы күрһәтеүҙә булышлыҡ итер, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/562337#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас