+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
12 Сентябрь 2023, 10:06

Башҡортостан ойошмалары “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проекты гранттар федераль конкурсында еңгән

Федераль бюджеттан барыһы 20 миллион һум аҡса бүленә, һәр ойошма 2,6 – 7,8 миллион һум аҡса ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан ойошмалары “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проекты гранттар федераль конкурсында еңгәнБашҡортостан ойошмалары “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проекты гранттар федераль конкурсында еңгән
Башҡортостан ойошмалары “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проекты гранттар федераль конкурсында еңгән

Федераль бюджеттан барыһы 20 миллион һум аҡса бүленә, һәр ойошма 2,6 – 7,8 миллион һум аҡса ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте

Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, “Торнаҡай” Өфө  психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, Бәләбәй “Ғаилә” район-ара үҙәге, Белорет “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге 2024 йылда ата-әсәләргә һәм балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ғаиләләренә етем балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән программаларын тормошҡа ашырыуға субсидиялар ала.

Проект сиктәрендә һәр ата-әсәнең тәрбиә һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса белгестәрҙән консультация алырға мөмкинлеге бар. Консультациялар дистанцион рәүештә лә үтә. Белгестәр шулай уҡ алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләр өсөн дә консультациялар үткәрә ала.

Сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/563733#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас