+30 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 11:16

Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр

Мәктәптә, байрамда, ҡунаҡта, тренировкала булһынмы, ҡыҙҙарҙың күркәм, һөйкөмлө булып ҡалғыһы килә. Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында улар сәс тәрбиәләргә лә өйрәнә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарырМатурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр
Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр

Мәктәптә, байрамда, ҡунаҡта, тренировкала булһынмы, ҡыҙҙарҙың күркәм, һөйкөмлө булып ҡалғыһы килә. Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында улар сәс тәрбиәләргә лә өйрәнә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Прическа матур ғына түгел, уңайлы ла булырға тейеш, тип билдәләй сараны ойоштороусылар.

Оҫталыҡ дәресендә сәс ҡарау, прическалар төрө тураһында һөйләйҙәр, бер нисә еңел генә прическа  эшләп күрһәтәләр. “Һәр саҡ ҡыҙыҡлы, әммә эшләүе ауыр булмаған һәм матур прическала йөрөгөм килә. Бөгөн китапханасылар сәсте йыйыуҙың матур ысулдарын күрһәтте, сара ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс булды”, – тип тәьҫораттары менән бүлешә етенсе синыф уҡыусыһы Азалия Гәрәева.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/563059#scroll.

Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр
Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас