+24 °С
Дождь
Милли проекттар
11 Сентября 2023, 10:50

1200 пенсионер сәләмәтлеген нығытыу, спорт һәм уҡыу өсөн сертификат алған

Ике мең һумлыҡ сертификатты алғас, программала ҡатнашыусы был аҡсаны ҡайһы спорт залында йә мәғариф ойошмаһында тотоноуын үҙе хәл итә. Кемдер – бейеүҙе, кемдер – йоганы йә бассейнды һайлай, кемдер балыҡ тоторға өйрәнә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

1200 пенсионер сәләмәтлеген нығытыу, спорт һәм уҡыу өсөн сертификат алған1200 пенсионер сәләмәтлеген нығытыу, спорт һәм уҡыу өсөн сертификат алған
1200 пенсионер сәләмәтлеген нығытыу, спорт һәм уҡыу өсөн сертификат алған

Ике мең һумлыҡ сертификатты алғас, программала ҡатнашыусы был аҡсаны ҡайһы спорт залында йә мәғариф ойошмаһында тотоноуын үҙе хәл итә. Кемдер – бейеүҙе, кемдер – йоганы йә бассейнды һайлай, кемдер балыҡ тоторға өйрәнә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ял итеү сараларында ҡатнашыуға сертификат биреү буйынса программа Башҡортостанда үткән йылда башланғыс ала. Ул “Демография” милли проектының “Оло быуын” төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Ике мең һумлыҡ сертификатты алғас, программала ҡатнашыусы был аҡсаны ҡайһы спорт залында йә мәғариф ойошмаһында тотоноуын үҙе хәл итә. Кемдер – бейеүҙе, кемдер – йоганы йә бассейнды һайлай, кемдер балыҡ тоторға өйрәнә. Тик һайлап алған ойошма дәүләт сығымын ҡаплаған ойошмалар исемлегендә булырға тейеш.

Ойошмалар исемлеге һәм улар тәҡдим иткән программалар менән БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.  Сертификат алыуға сират тороу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә  мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Быйыл был программаны тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 2,5 миллион һум аҡса бүленде, 1266 кеше сертификат алды, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/561807#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас