+30 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Сентябрь 2023, 03:35

Сентябрь аҙағында асыла

Аксаков исемендәге баҡсала яңыртыу эштәре бара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сентябрь аҙағында асылаСентябрь аҙағында асыла
Сентябрь аҙағында асыла

Аксаков исемендәге баҡсала яңыртыу эштәре бара.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфөлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса йәмәғәт урындары яңыртыла. Уларҙың береһе – билдәле яҙыусы Сергей Аксаков исемендәге баҡса.

Баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы булып тора, шуға ла уның тарихи йөҙөн мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыуға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҙур иғтибар бүлде, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Әле баҡсала инженер селтәрҙәре үткәрелгән, бағаналар, бордюрҙар, тротуар таштары, архитектура ҡоролмалары ҡуйыла, юлдар төҙөкләндерелә. Йәшелләндереү буйынса әүҙем эш алып барыла.

Баҡса биләмәһе тарихи аллеяға, күл буйына, әҙәби ҡунаҡханаға, саралар үткәреү майҙанына, балалар майҙансығына бүленә, йәштәр өсөн скейт-парк та ҡаралған. Эштәр сентябрь аҙағына тиклем дауам итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/560005#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас