+30 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Сентябрь 2023, 12:08

Ҡала халҡы бында килергә ярата

Тротуар, яҡтыртыу системалары яңыртылған, пергола ҡуйылған. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы, архитектура ҡоролмалары ойоштороу ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡала халҡы бында килергә яратаҠала халҡы бында килергә ярата
Ҡала халҡы бында килергә ярата

Тротуар, яҡтыртыу системалары яңыртылған, пергола ҡуйылған. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы, архитектура ҡоролмалары ойоштороу ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ағиҙел ҡалаһындағы Сәскә бульварынан алып Еңеү мемориалына тиклем сквер “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән.

 “Уңайлы сквер ҡала кешеләренең яратҡан урынына әүерелә бара. Федераль проект буйынса төҙөкләндереү мөмкинлеге килеп сыҡҡас, тауыш биреүҙә дәррәү ҡатнаштылар. 2022 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙе һайлау буйынса тауыш биреү һөҙөмтәһендә проект еңеп сыҡты”, – ти ҡала хакимиәте башлығының хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт һәм бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Рәмил Ғәниев.

Был программа буйынса 2022 йылда Ағиҙелдә 1-се мәктәптән Комсомол бульварына тиклемге урын, 2021 йылда Сәскәле бульварҙан алып Академик Курчатов урамына тиклемге биләмә төҙөкләндерелде, тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/559576#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас