+30 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Сентября 2023, 09:00

Ауыл халҡы һорауы буйынса

Иглин районының Шаҡша ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл халҡы һорауы буйынсаАуыл халҡы һорауы буйынса
Ауыл халҡы һорауы буйынса

Иглин районының Шаҡша ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина ярҙамын модернизациялау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асыла.

Яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлөшө ауыл халҡы һорауы буйынса башҡарыла. Элек егерме саҡрым алыҫта ятҡан район дауаханаһына йөрөргә тура килгән.

Учреждение 466 пациентты хеҙмәтләндерә, уларҙың 104-е – балалар. Пункт мөдире Эльвира Бәҙриева “Фельдшер эшендә рецептар билдәләү һәм яҙыу, дарыу препараттарын һаҡлау, иҫәптә тотоу һәм биреүҙе ойоштороу” һөнәри программаһы буйынса белем алған. Тимәк, фельдшер ауырыуҙарҙы ҡабул итеү менән бергә дарыуҙар ҙа билдәләй ала.

– Беҙ яңы ФАП асабыҙ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыуҙы дауам итәбеҙ: поликлиникалар төҙөлә, яңы ҡорамалдар алына.  Барыһы ла медицина ярҙамы ваҡытында килеп етһен, сифатлы булһын өсөн эшләнә. Бында бары ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында – тәү сиратта диспансеризация үтеү өсөн килеүегеҙҙе теләйем, – ти Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Райондың Турбаҫлы ауылында ла ФАП асылды. Ул 450 кешене хеҙмәтләндерә. Иглин үҙәк район дауаханаһы структураһына барыһы 43 ФАП инә. Улар барыһы ла кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/556001#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас