

Бөгөн йүнселдең хужалығында етмеш баштан ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Баймаҡ районынан Дмитрий Передельский башҡорт тоҡомло аттар үрсетергә хыяллана. Әммә был эшкә тиҙ генә тотонмай ул. “Агростартап” гранты уға 2021 йылда фермерлыҡ хужалығы асырға ярҙам итә.
– Ауыл тормошон бәләкәстән белеп үҫтем. Атай-әсәйемдең шәхси хужалығында эре мөгөҙлө мал, ат тоттоҡ, мин гел ярҙам иттем. Тормошомдо нефть сығарыу өлкәһенә арнарға булһам да, аттарға һөйөү күңелемдә һәр саҡ йәшәне. Грант алыу мөмкинлеге тыуғас, һис шикһеҙ конкурста ҡатнашырға булдым. 2,9 миллион һум аҡса йылҡы малын үрсетеү, тыуған еремдә эшләү тураһындағы хыялымды тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе, – тип һөйләй фермер.
Грант аҡсаһына фермер ҡырҡ баш йылҡы малы ала, программала ҡатнашыу шарттарына ярашлы өс эш урыны булдыра. Бөгөн йүнселдең хужалығында етмеш баштан ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә.
– Малдар беҙҙең һөйөүҙе, күңел йылыһын тоя, шуға ла үҙем дә, эшселәрем дә аттарҙы яратабыҙ. Уларҙы ҡарап, уңайлы шарттар тыуҙырып ҡына ҡалмайбыҙ, яҡын дуҫтарҙай күреп аралашабыҙ. Башҡорт тоҡомло аттар бик көслө, сыҙам, үҙенә аҙыҡ таба белә. Әммә беҙ сифатлы аҙыҡтың мөһимлеген аңлайбыҙ, – тип бүлешә йүнсел.
Фермер 250 квадрат метр майҙанлы бинаны ҡуртымға алған. 350 гектар ерҙә бесән саба. Артабан да эшен үҫтерергә иҫәп тота, ит һәм һөт продукцияһын республика кимәленә сығарырға уйлай. Әле ҡымыҙ әҙерләргә өйрәнә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Агростартап” гранты “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2023 йылда уны республикала 24 эш башлаусы фермер алған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/554824#scroll.