+30 °С
Болотло
Милли проекттар
31 Август 2023, 06:41

Шашка уйнарға өйрәнәләр

Проектта Ағиҙел ҡалаһының бөтә башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Шашка уйнарға өйрәнәләрШашка уйнарға өйрәнәләр
Шашка уйнарға өйрәнәләр

Проектта Ағиҙел ҡалаһының бөтә башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ағиҙел ҡалаһы мәктәптәрендә 1 сентябрҙән “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә уҡыусылар өсөн шашка буйынса пилот проекты эшләй башлай.   

Шашка – донъя буйынса миллионлаған кешене мауыҡтырған интеллектуаль өҫтәл уйыны. Беҙҙең илдә лә ул популяр булды. Шашканы мәктәптә лә, клубтарҙа ла, парктарҙа ла, хатта интернет аша ла уйнайҙар.

“Мәктәптә шашка” проекты талантлы уйынсылар тәрбиәләүгә һәм чемпиондар үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы Ағиҙел ҡалаһы мәктәптәренә шашкалар комплекттары, таҡталар, әсбаптар тапшырҙы, тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

Шашка уйыны логик фекерләүҙе, математик һәләттәрҙе, сослоҡто, зирәклекте, хәтерҙе үҫтерә.

Башланғыс класс уҡытыусылары шашкаға өйрәтеү буйынса квалификация күтәреү курстары үтә. Проектта Ағиҙел ҡалаһының бөтә башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнаша.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/553639#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас