

Сибайҙа “Хеҙмәт” стадионы яны төҙөкләндерелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Стадион биләмәһен яңыртыу – көтөлгән ваҡиға. Яҙ көнө “РУПР” төҙөлөш компанияһы” подряд ойошмаһы менән муниципаль килешеү төҙөлдө, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Биләмә ҙур ғына, шуға ла бында эштәр 1 – 3 йыл дауамында башҡарыла. Быйыл филармония эргәһендәге урынға иғтибар бүленә.
Проект-смета документтарына ярашлы, 2023 йылда йәйәүлеләр юлы, яҡтыртыу, ял итеү урындары ойоштороу, йәшелләндереү эштәре башҡарыла.
Стадион янындағы биләмәлә реконструкция буйынса эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә алып барыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/552373#scroll.