+30 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Август 2023, 06:11

Туймазыла “Кванториум” технопаркы эшләй башлай

Уҡыусылар физика, химия, биология, технология, робототехника буйынса өҫтәлмә дәрестәргә йөрөй ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Туймазыла “Кванториум” технопаркы эшләй башлайТуймазыла “Кванториум” технопаркы эшләй башлай
Туймазыла “Кванториум” технопаркы эшләй башлай

Уҡыусылар физика, химия, биология, технология, робототехника буйынса өҫтәлмә дәрестәргә йөрөй ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, “Кванториум” технопаркы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә асыла. Бында юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған майҙансыҡтар ойошторола. Уҡыусылар физика, химия, биология, технология, робототехника буйынса өҫтәлмә дәрестәргә йөрөй ала.

“Кванториум” балалар технопаркы Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында асыла. Технопарк өсөн уҡыу кабинеттарында косметик ремонт яһалған, бүлмәләр бер стилдә биҙәлгән. Уларға кәрәкле ҡорамалдар килтерелгән.

Төркөмдәрҙә 10 – 14 бала йөрөйәсәк. “Кванториум”дың маҡсаты – уҡыусыларҙы инженер-конструктор һәм тикшереү эштәренә йәлеп итеү, уларҙа донъяға үҙенсәлекле ҡараш тәрбиәләү тора.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/553162#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас