

Ишембайҙа Ҡала көнөндә коляскалар парады ла үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әүҙем, ижади ҡарашлы ғаиләләр балалар арбаһынан иҫ киткес шедеврҙар яһаны, тип хәбәр итә Ишембай ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты. Бөтә бәләкәстәргә лә сертификаттар тапшырыла. Иң үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡ биҙәүселәр айырым билдәләнә, бынан тыш “Тамашасылар һөйөүе” призы ла ҡаралған.
Ҡаланың почетлы граждандары, ғаилә байрамдарын билдәләүселәр, яңы ғаилә ҡорған йәштәр ҙә байрамға саҡырыла.
“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолған сара барышында “Ишембайҙың изге йөрәктәре” ирекмәндәр командаһы әүҙем эш алып бара. Балалар фотозоналарҙа эшләй, бәләкәстәр өсөн уйындар ойоштора, тәртип һаҡларға ярҙам итә.
Байрамдың ретро стилендә ойошторолоуы ишембайҙар күңеленә хуш килә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/553070#scroll.