

Ҡалтасы районында өлкән йәштәге ирекмәндәр һыу буйҙарын таҙартыуға сыҡты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Йортобоҙҙо таҙараҡ, матурыраҡ итергә теләйбеҙ. Тыуған ерҙең матурлығы сәскәгә һәм йәшеллекккә күмелгән ялан-ҡырҙарҙан, урмандарҙан ғына тормай, таҙалыҡ һәм тәртип бик мөһим”, – ти ирекмәндәрҙең береһе Эльвира Филипова.
Әүҙем пенсионерҙар йәштәр менән бергә ауыл янындағы йылға һәм быуа буйҙарына сыҡты, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Улар ерҙе полиэтилен ҡапсыҡтарҙан, пластик шешәләрҙән, ваҡ-төйәк сүп-сарҙан таҙарта. Тирә-яҡ мөхиттең торошона битараф булмаған оло йәштәге волонтерҙар йәштәргә өлгө булып тора.
“Таҙа яр буйы” акцияһы “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/548828#scroll.