

Түләүһеҙ уҡыу программаһы 2 – 6 октябрҙә үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проектта декрет ялында ултырған, бәлиғ булмаған бала үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе булыу мотлаҡ түгел.
Һәр төбәктә иң яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 100 мең һум аҡса бирелә. Федераль этапта еңеүсе ике гүзәл зат бер миллион һум аҡса ала, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығына ярҙам күрһәтеүгә, эшлекле гүзәл заттарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүгә Башҡортостанда ҙур иғтибар бүленә. Был программа балалары булған ҡатын-ҡыҙға үҙ эшен асырға һәм уны үҫтерергә йүнәлтелгән. Проектта ҡатнашыусылар бизнес асыу йәки булған проекттарын үҫтереү өсөн комплекслы белем ала, шулай уҡ буласаҡ партнерҙары һәм көнүҙәк ярҙам саралары менән таныша, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә үтә.
Программала ҡатнашыу өсөн мамапредприниматель.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Ғаризалар 22 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/550599#scroll.