

Өфөлә үткән “Евразиаданы ҡаршылап” халыҡ-ара милли һәм олимпия булмаған спорт төрҙәре уйындарын асыу тантанаһында Башҡортостандың спорт мәктәптәренә яңы “ГАЗель” автомобилдәре тапшырылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Автомобилдәр “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә алынған.
Микроавтобустар Өфөнөң 34-се спорт мәктәбенә, Башҡортостан Республикаһының тау спорты һәм сноуборд буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенә, Салауат һәм Иглин райондары балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, шулай уҡ республиканың байдаркала һәм каноэла йөҙөү буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенә тапшырылды, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/550906#scroll.