

Ҡариҙел район үҙәк модель китапханаһында “Классика – күңелһеҙ түгел” тигән сара үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
9 августа Китап яратыусылар көнө билдәләнә. Уны әҙәбиәтселәр, нәшриәттәр, китап кибеттәре һәм, әлбиттә, китап яратыусылар көтөп ала. Был сара тап ошо көнгә арналды, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Уҡыусыларға классик әҙәбиәт, уның тарихы тураһында һөйләйҙәр, шулай уҡ классиканың күңелһеҙ булмауын иҫбатлаған әҙәбиәт өлгөләре менән таныштыралар. “Әҙәби ринг”та ҡатнашыусылар ике командаға бүленеп рус классик әҙәбиәте буйынса белемдәрен һынай.
“Сара иҫ киткес мауыҡтырғыс булды. Мин фэнтези жанрын үҙ итә, әммә был саранан һуң китапханасылар әҙерләгән тупланманан бер нисә китап алдым”, – ти Өфө колледжы уҡыусыһы Элина Сабирова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/533961#scroll.