+30 °С
Болотло
Милли проекттар
8 Август 2023, 07:06

Тиҙҙән тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итер

Тәтешле районы йүнселе Илнур Саппаров ҡунаҡхана төҙөй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Тиҙҙән тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итерТиҙҙән тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итер
Тиҙҙән тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итер

Тәтешле районы йүнселе Илнур Саппаров ҡунаҡхана төҙөй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

 

Юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты менән район хакимиәте башлығы ла танышты. Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” бында үтте, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡунаҡханала 10 номерҙа 40 кешегә урын ҡаралған. Туҡланыу, ял итеү урындары, душ, бәҙрәф, кер йыуыу өсөн уңайлыҡтар бар. Киләсәктә кафе, машина ҡуйыу урыны ла эшләү планлаштырыла.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” район хакимиәтендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Унда һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/535213#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас