

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә һәр кем мөрәжәғәт итә ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йыл башында Уралия тормош иптәше менән бергә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килде һәм еләк үҫтереү буйынса проектын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә Мөхтәровтарға ер участкаһы бирергә ҡарар ителде, шулай уҡ проекттары менән адреслы социаль ярҙам алыу өсөн конкурста ҡатнашырға тәҡдим яһалды, тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ер участкаһы һәм финанс ярҙам алғас, еләктәр ултыртыла, тамсылап һыу һибеү системаһы йыйыла, грант аҡсаһына техника алына.
Тиҙҙән ғаилә тағы ла үҫентеләр алырға ниәтләй. Эшҡыуарҙар сәсеү майҙанын арттырырға, джем, ҡайнатма әҙерләп, эшен киңәйтергә уйлай.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йүнселлек менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем килә ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша https://investrb.ru/ru һылтанмаһы буйынса яҙылырға кәрәк.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/530556#scroll.