

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Хоҙайбирҙин, Элеватор, Профсоюз урамдарында ремонт эштәре тамамланған да инде. Яңы асфальт һалынған, юл билдәләре һыҙылған. Водолаженко урамы ла асфальтланған, ошо арала юл билдәләре һыҙырға торалар.
Көнбайыш, Техник урамдарында, Автовокзал ҡулсаһында эштәр дауам итә.
Юл эштәренең сифатын комиссия тикшерә. Унда Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре лә ингән. Шулай уҡ төҙөлөш-техник күҙәтеүе лә ремонт барышын тикшереп тора.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/532351#scroll.