

“Бындай әһәмиәтле ваҡиғаларҙың Өфөлә үтеүе икеләтә ҡыуаныс”, – ти республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә үткән халыҡ-ара ярыштар ҙур һөҙөмтә бирә. Спортсылар бер юлы дүрт донъя рекордын яңыртты, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Йөҙөү буйынса Мәскәү өлкәһе спортсылары Марк Трошин, Александр Дятлов, Степан Скосырский һәм Фернандо Моратов ир-егеттәр эстафетаһында донъя рекорды ҡуя, улар 4 x 100 метр дистанцияны 3:47.85 секундта йөҙә.
Еңел атлетика. Бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһы Денис Федоренков 2.20 метр бейеклеккә һикереп донъя рекорды ҡуя.
Еңел атлетика: Белоруссиянан Александр Майстренко “Өс тапҡыр һикереү” дисциплинаһында 15,76 метрға һикереп, донъя рекорды ҡуя.
Пуля менән атыу: Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Валерия Кладовикова пневматик пистолеттан атыуҙа донъя рекорды ҡуя. Ул 562 мәрәй йыя.
“Һис шикһеҙ, был бик яҡшы һөҙөмтә. Бындай әһәмиәтле ваҡиғаларҙың Өфөлә үтеүе икеләтә ҡыуаныс”, – ти республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/530843#scroll.