

Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре әүҙем бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә бара.
Объектты яңыртыуға 2021 йылда тотондолар. Был ваҡыт эсендә, төкөтмә төҙөү айҡанлы, театрҙың дөйөм майҙаны өс тапҡырға артты, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Театрҙың майҙаны 2500 квадрат метрҙан 6550-гәсә арта, ә бер зал урынына 300 һәм 135 урынлыҡ ике зал барлыҡҡа килә. Әле объектта 106 кеше һәм өс берәмек техника эшләй.
Подрядсы төкәтмәне һалып бөткән дә инде, монолит стеналар ғына түгел, эске стеналары ла эшләнгән. Әле инженер коммуникациялары үткәрелә, биҙәү эштәре башҡарыла. Ҡыйығы 90 процентҡа әҙер. Эштәр план графигынан алда бара.
Реконструкция эштәре 2023 йыл аҙағында тамамлана, тип көтәләр. Тәүге спектаклдәр яңы йыл каникулында ҡуйыласаҡ.
Театр эргәһендә асыҡ һауалағы музей барлыҡҡа килә. Унда Рәсәйҙә урынлашҡан ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән 12 бинаның һәм Башҡортостандың дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһы макеттары ҡуйыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/514782#scroll.